Быйыл акцияла 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, барлығы 17 мең тирәһе уйынсыҡ, китап, уйындар, кәнсә тауарҙары йыйылған. Бүләк тултырылған ҡумталар Республика балалар клиник, 17-се балалар ҡала дауаханаларынан тыш, был юлы Өфө хосписына, тағы бер нисә урынға алып барылған. "Берҙәм Рәсәй" партияһы ойошторған хәйриә акцияһында мәктәптәр, балалар баҡсалары ла ҡатнашҡан. Дауаханаларҙағы ҡыҙҙар һәм малайҙар иһә сирҙәргә ҡаршы көрәшеп, сыҙамлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткәндәре өсөн үҙҙәре теләгән уйынсыҡты йә бүтән бүләкте һайлап алыу мөмкинлегенә эйә булған.
Бына шулай изге ғәмәл ҡылырға теләгән кешегә ысулдары күп.
Фото: vk.com.