Бының өсөн Республика балалар клиник дауаханаһының процедуралар кабинетында “Батырлыҡ ҡумтаһы” тора. Унан балалар үҙҙәренең ҡыйыулығы өсөн көтөлмәгән бүләк ала.
Совет районының юбилейына арналған “Изге эштәр” акцияһы һәм урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә 214-се балалар баҡсаһы педагогтары тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәләре менән бергә онкология менән сирле балалар өсөн матур сувенирҙар әҙерләне. Акцияға Рихард Зорге урамындағы 30/1 һанлы йортта йәшәүселәр ҙә ҡушылды. Аҙна дауамында “Батырлыҡ ҡумтаһы” йәбештергестәр, буяуҙар, пазлдар, китаптар, һауа шарҙары һәм башҡа бик күп предметтар менән тулыланды. Сабыйҙарҙы ҡыуандырған һәр кемгә рәхмәт.
Елена ЛАЗУТИНА, Лилиә ТИМЕРЙӘНОВА,
214-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.
Өфө ҡалаһы.