– Ял көнөн ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ менән файҙалы итеп үткәрергә теләһәгеҙ, беҙҙең сараға килегеҙ. Тамашасылар, концерт ҡарауҙан тыш, ҡан донорлығы тураһында күп мәғлүмәт ишетер. Лотерея һатып алыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалмаҫ. Төп бүләктәр – Рәсәй буйлап сәйәхәткә 20 мең һумлыҡ сертификат, Башҡортостан буйлап сәйәхәткә юллама һәм башҡа ҡиммәтле сертификаттар. Барлыҡ килем «Үҙенсәлекле балалар» хәйриә фондына тапшырыласаҡ, – тине ойоштороусыларҙың береһе Сәлимә Юлдашбаева.
Хәйриә концерты көндөҙгө сәғәт 12-лә башланып, 4-кә тиклем дауам итә.