Азамат 82-се гимназияның IV «В» синыфында уҡый. 2024 йылды ҡаршылар алдынан «Теләктәр шыршыһы» проектына хат ебәргән.
«Синыфташтарым менән бергә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына экскурсияға барғым килә. Театр бинаһы оҙаҡ ваҡыт ремонтҡа ябылып торғайны, беҙ уны бик һағындыҡ», – тип яҙа ул хатында. Әйткәндәй, «Теләктәр шыршыһы» проекты Башҡортостанда бер нисә йыл рәттән ойошторола.
Ниһайәт, февраль уртаһында Азамат ҡурсаҡ театрынан саҡырыу ала. Бындай шәп яңылыҡты ишеткәс, синыфташтары ҡыуаныстан хатта ҡул саба башлай.
– Театрҙың тыштан нисек матурайғанын алдан күргәйнек инде, ә бына эсенә ингәс, иң беренсе ҙур люстраға һоҡландыҡ. Ул ҡурсаҡты хәрәкәт иттереүсенең ҡулына оҡшатып эшләнгән. Фойела төрлө ҡурсаҡ һындары ҡуйылған, ҡайһы берҙәре хатта беҙҙең буйлыҡ. Экскурсиянан һуң беҙҙең синыфты спектакль ҡарарға саҡырҙылар. Хыялымды тормошҡа ашырған барлыҡ апай һәм ағайҙарға рәхмәт, – ти Азамат.
Диана ГӘРӘЕВА,
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының әҙәби бүлек мөдире.
Өфө ҡалаһы.