Ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында быйыл өсөнсөгә уҙғарылды. Проекттың төп маҡсаты – балаларҙың ижади хыялдарын тормошҡа ашырыу. Унда инвалид, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 3 – 17 йәшлек балалар ҡатнашты.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, балаларҙа был акция ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Күптәр үҙ йыры йә бейеүе менән сәхнәгә сығыу мөмкинлеген һораған. Икенселәр билдәле артист менән сығыш яһарға теләгәнен белдергән. Өсөнсөләр ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренең нисек эшләүен үҙ күҙҙәре менән күргән...
Гала-концертта балалар Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Дияна Ишниязова, Фларида Иркина, “Ант”, “Бишбармаҡ” төркөмдәре һәм башҡа билдәле эстрада йондоҙҙары оҙатыуында сәхнәгә сыҡты. Байрамды оло йәштәгеләрҙән торған коллективтар сығышы биҙәне.