+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
17 Апрель , 15:00

Китаптар дауалаһын

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте Рәсәй клиник онкология йәмғиәте менән берлектә акция иғлан итә.

Китаптар дауалаһын
Китаптар дауалаһын

Изге сара 2021 йылдан бирле уҙғарылып килә. Һеҙ ҙә уға ҡушыла алаһығыҙ. Бының өсөн 24 апрелгә тиклем нәшриәт магазиндарынан 15 процент ташлама менән китаптар һатып алырға һәм тейешле урындарҙа ҡалдырырға кәрәк. Улар ошо адрестар буйынса ҡабул ителә:

– “Китап” магазины (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26-сы йорт);

– “Китап” кибете (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46-сы йорт);

– “Китап” нәшриәте (Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт).

Акция хаҡында дуҫтарыңа һөйләргә онотма! Китаптар онкология дауаханаларында ятҡан пациенттарға ебәреләсәк.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: