+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шәфҡәт
17 Апреля 2024, 13:57

Өйрәктәргә лә, кешеләргә лә ярҙам

Мәләүез ҡалаһындағы “Изгелек симметрияһы” ойошмаһы ҡыҙыҡ һәм файҙалы акция уйлап тапҡан.

Өйрәктәргә лә, кешеләргә лә ярҙамӨйрәктәргә лә, кешеләргә лә ярҙам
Өйрәктәргә лә, кешеләргә лә ярҙам

Ағиҙел буйында “уткомат”тар барлыҡҡа килгән. Был ҡорамал эсенә һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар өсөн ем һалынған. Сөнки йылғала өйрәктәр күп, күптәр уларға икмәк килтерә. Ә уны күп ашау ҡошҡайҙарға зарарлы. Шуға ла һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү йәһәтенән асылған “Изгелек симметрияһы” ойошмаһының етәксеһе Сергей Глухов бер юлы ике ҡуянды тоторға булған. Беренсенән, өйрәктәр туҡ. Икенсенән, аҙыҡ өсөн түләнгән аҡса хәйриә ойошмаларына күсерелә. Ниндәй фондҡа ярҙам итергә кәрәклеген ҡала халҡы үҙе хәл итә.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас