+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Шәфҡәт
26 Ноября 2024, 10:41

"Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы" уйынсыҡтар йыя

"Берҙәм Рәсәй" партияһы ойошторған "Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы" акцияһы республикабыҙҙа 2018 йылдан тормошҡа ашырыла. Былтыр унда 7500 кеше ҡатнашҡан һәм 17 мең уйынсыҡ йыйылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы" уйынсыҡтар йыя"Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы" уйынсыҡтар йыя
"Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы" уйынсыҡтар йыя

Акция барышында дауаханаларҙа, хосписта оҙайлы дауалау курсы үткән балалар өсөн бүләктәр – уйынсыҡтар (йомшаҡ булмаған), конструкторҙар, китаптар, уйын йыйылмалары, пазлдар, өҫтәл уйындары һәм башҡалар йыйыла. 

"Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы"нда белем усаҡтары, балалар баҡсалары ла әүҙем ҡатнаша. Бүләктәрҙе 5 декабргә тиклем "Берҙәм Рәсәй" паритияһы бүлектәренә алып барырға мөмкин. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.

Фото: bashkortostan.er.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас