-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
28 Декабрь 2024, 17:05

Балаларға – бүләктәр

«Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы» хәйриә акцияһына Мәр­йәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһының II синыф уҡыу­сылары ла ҡушылды.

Балаларға –  бүләктәр
Балаларға – бүләктәр

Улар ата-әсәләре һәм синыф етәксеһе Эльмира Кәбир ҡыҙы Иҫәкәева менән бергә республиканың дауалау учреждениеларындағы балалар онкология бүлексәләре өсөн бүләктәр йыйыуҙа ҡатнашты. Һәр кем әүҙемлек күрһәтте.
Кескәйҙәр дауаханалағы балалар өсөн өҫтәл уйындары, төҫлө ҡәләмдәр, алмазлы мозаика, буяу китаптары йыйып тапшырҙы.
– Тиҫтерҙәребеҙ өсөн матур бүләктәр әҙерләнек. Уларҙың кәйефтәрен күтәргебеҙ килде, – ти икенселәр.

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас