Шәфҡәт
28 Декабря 2024, 05:17

Изге йолалары бар

Әбйәлил районының Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияһында йыл һайын «Мәрхәмәтлек» акцияһы уҙ­ғарыу изге йолаға әйләнгән.

Изге йолалары барИзге йолалары бар
Изге йолалары бар

 Унда I синыфтан алып XI синыфҡа тиклем барыһы ла әүҙем ҡатнаша.
Йыйылған көнкүреш әйберҙәре Салауат ауылында урынлашҡан Ишмырҙа Һиҙиәтов исемендәге хосписҡа тапшырыла. Бер ыңғай балалар концерт но­мер­ҙары менән дә сығыш яһай.
– Гимназия һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа. Уның директоры Рәмил Нурислам улы Әхмәтовҡа һәм директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Фәнилә Мансур ҡыҙы Ноғомановаға, барлыҡ ата-әсәләргә, уҡыусыларға, уҡытыусыларға изгелектәре өсөн оло рәхмәттәремде еткерәм, – ти хоспис етәксеһе Хәлиҙә Хәлфәт ҡыҙы Ғәйфуллина.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас