-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
7 Август 2025, 09:56

Изге эшкә ҡушылайыҡ

1 июлдән 31 авгусҡа тиклем республикала «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» хәйриә акцияһы үтә.

Изге эшкә ҡушылайыҡ
Изге эшкә ҡушылайыҡ

Быйыл ул аҙ тәьмин ителгән, күп балалы йәки тулы булмаған ғаиләләргә, һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә ярҙам итеү маҡсатынан 15-се тапҡыр ойошторола.
Республика район-ҡалаларында урынлаш­ҡан «Ғаилә» үҙәктәре бүлектәрендә мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйыласаҡ. Кәнсә тауар­ҙары, дәфтәр, һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, балалар ижады өсөн йыйылмалар бары тик яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәиһә яҡшы хәлдә булырға тейеш. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала.
Хәйриә акцияһын Баш­ҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Ғаилә» республика ресурс үҙәге ойоштора. Бөтә һорау­ҙар буйынса «Ғаи­лә» үҙәктәренең бер­ҙәм телефонына шылтыратырға мөмкин: 8-800-347-5000.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас