Унда төрлө мәктәптәрҙән уҡыусылар килгәйне. Һәр береһе Зариф Закир улына үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙы биреп ҡалырға ашыҡты. Һөйләшеү бик йәнле килеп сыҡты. Сарала ҡатнашыусылар араһында ирекмән үҫмерҙәр ҙә бар ине. Улар төрлө осрашыу, кисәләр уҙғарырға ярҙам итә, мәҫәлән, быйыл Өфөлә «Атайҙар һәм уландар» йыр бәйгеһен ойошторошҡан. «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе булараҡ, Зариф Закир улы бер төркөм үҫмерҙәргә Рәхмәт хаты тапшырҙы, улар менән ғорурланыуын белдерҙе.
Депутат изгелек акцияларынан да ситтә ҡалмай. Осрашыу һуңында ул Баймаҡ районынан аталары махсус хәрби операцияла һәләк булған биш балалы ғаиләгә «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырҙы. Ошо уҡ акцияға «Беренселәр хәрәкәте»нең төбәк бүлексәһе етәксеһе Камил Ринат улы Нураев та ҡушылды. Әйткәндәй, ул был сараға тап «Беренселәр»ҙе юҡҡа йыймаған – Зариф Закир улы 14 йәше тулған үҫмерҙәргә паспорттар тапшырҙы. «Хәҙер һеҙ – донъялағы иң көслө илдең тулы хоҡуҡлы граждандары», – тине депутат.