

Башҡортостандың юғары хәрби комиссариаты Ветерандары ассоциацияһы ойошторған «СВОи дети» акцияһы буйынса МХО ветерандары махсус хәрби операцияла һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың балаларын һәм ғаиләләрен хәстәрлек менән уратып алды. Ассоциацияның әүҙем ағзалары — Ринат Сабаев, Салауат Миҙәтғәлин, Сәлимйән Италмасов, Шәриф Ямантаев, Ринат Байғужин һәм Йәүҙәт Сакин — Баймаҡтағы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының социаль координаторҙары менән бергә геройҙарҙың балаларына, йәғни беренсе синыф уҡыусыларына бүләк-мәктәп йыйылмаһы тапшырҙы. Беренселәр хәрби ветеран менән етәкләшеп, беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһы аша үтте. Иң мөһиме, атайҙарының ҡул йылыһын алмаштырған хәрби ағайҙарҙың йылығын тойоп, улар яңғыҙ түгеллеген аңланы. Был мәл беренселәрҙең күңелендә матур хәтирә булып ҡаласаҡ.
Беренселәр, ҡотлайбыҙ, һеҙҙең сифатлы белем алып, киләсәктә илебеҙҙең кәрәкле ул-ҡыҙҙары булып үҫеүегеҙҙе теләйбеҙ!
Фото: Центр поддержки участников СВО г. Баймак