Инәйебеҙ балаларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Хәл-әхүәлдәрен һорашҡас, ҡыҙҙар һәм малайҙар баҡсаға юлланды. Күмәкләшеп ең һыҙғанып эшкә тотонғас, ҡыҙыл сөгөлдөр һәм кишерҙе "Һә" тигәнсе ҡаҙып та алдылар. Шунан йәшелсәләрҙе ташып, кәрәкле урынға урынлаштырҙылар.
Эш бөтөүгә Вәсилә апай балаларҙы табын ҡороп көтөп торған. Яңы бешкән "Дуҫ ғаилә" бәлеше менән һыйланы ул үҙҙәрен. Гөр килешеп сәй эсеп, мәктәптәге ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләшеп, көлөшөп, күңелле ваҡыт үткәрҙеләр.
Башҡарған эштәренән ҡәнәғәт ҡалып, оло кешене ҡыуандырыуҙан рәхәтлек тойғоһо кисереп, тағы ла ярҙамға килергә вәғәҙәләшеп, өйҙәренә таралашты балалар.
Күмәкләп эшләү уҡыусыларҙы хеҙмәткә, үҙ-ара татыулыҡҡа, берҙәмлеккә өйрәтһә, өлкәндәргә ярҙам итеү ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың күңелендә изгелек, шәфҡәтлелек, хәстәрлек тойғоһо уята ла инде.
Гөлсөм ЙЫЛҠЫБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.