+12 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Шәжәрә байрамдары
19 Май 2018, 15:58
Нәҫел ептәре өҙөлмәһен
Шығай ауылының «Тамъян» моделле китапханаһында гөрләп Шәжәрә байрамы үтте. Ғаилә йылына арналған был матур сараны китапханасыбыҙ Венера Ишмырҙа ҡыҙы Эниева ойошторҙо.
Шығай ауылының «Тамъян» моделле китапханаһында гөрләп Шәжәрә байрамы үтте. Ғаилә йылына арналған был матур сараны китапханасыбыҙ Венера Ишмырҙа ҡыҙы Эниева ойошторҙо.
Башта мәктәптең тарих уҡытыусыһы Эльвира Сабит ҡыҙы Сәйәхова ауылдың килеп сығыу тарихы, аралар тураһында сығыш яһаны. Беҙҙә татарҙар, ҡара табандар, һарыбайҙар, һарттар, үңәстәр, башмаҡтар, тояҡтар кеүек араларҙың булыуын белдек. Һәр береһенең килеп сығыу тарихы ла ҡыҙыҡлы икән. Шулай уҡ күренекле кешеләре менән дә дан тота Шығай ауылы.
Һәр кем үҙҙәренең нәҫелдәрен барланы. Бигерәк тә Тимерхан Эниевтың сығышы оҡшаны. Ул – Зәйнулла Рәсүлев ишандың етенсе быуын вариҫы. Шәжәрәһенең күп тармаҡлы булыуы һоҡландырҙы.
Әлбиттә, байрам йыр-бейеүһеҙ булмай. Татарҙар араһынан Гөлфиә Сәйфуллинаның дәртле бейеүе, Зөлхизә Эниеваның оҫта итеп думбырала уйнауы барыһының күңеленә хуш килде. Ҡара табандар араһы ҡумыҙҙа көйҙәр яңғыратты.
Байрамды алып барыусы Венера Ишмырҙа ҡыҙы шәжәрәне өйрәнергә, туғандар араһында дуҫлыҡ ептәрен өҙмәҫкә, берҙәм, татыу булып йәшәргә саҡырҙы.
Гөлсәсәк МӘҒӘФҮРОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән