Быйыл да байрам бик матур үтте. Әлмөхәмәтовтар, Күсәрбаевтар, Ҡолһариндар, Ишеғоловтар һәйбәт итеп әҙерләнеп, үҙҙәренең быуындар сылбыры менән таныштырҙы. Иң беренсе булып Ишеғоловтар ғаиләһе сығыш яһаны. Үҙҙәренең ете быуынын һәйбәтләп өйрәнгән улар. Улдары Ғайсар күп шиғырҙарҙы яттан белә. «Илһам» ҡала конкурсында ҡатнашып, беренсе урын алған. Әсәләре лә шәжәрә тураһында бик матур шиғыр һөйләне, ә атайҙары ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе. Әүҙем ғаилә «Алтын тирмә» тапшырыуында ла ҡатнашып, үҙҙәрен күрһәтеп өлгөргән.
Өҫтәл тултырып милли һый әҙерләгән Күсәрбаевтар ғаиләһенә лә һоҡланмау мөмкин түгел ине. Бәләкәс Әминәнең әсәһе Зилә һәм ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан өләсәһе Зәйнәп Ниғмәтйән ҡыҙы ла, алыҫ араларҙы яҡынайтып, Ейәнсуранан килеп еткәйне. Күргәҙмәгә данлыҡлы дебет шәлдәрен дә ҡуйғайнылар. Ҡәйнә менән килен Күсәрбайҙан башланып киткән шәжәрә ағасы менән ихлас таныштырҙы. Уларҙың көнитмеше, кәсебе тураһында һөйләнеләр. Киләсәктә тағы ла эҙләнеп, шәжәрәләрен тулыландырасаҡтары тураһында ла белдек. Ә Әминә «Алтын алма» әкиәтен һөйләп ишеттерҙе. Ошо әкиәте менән ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторған конкурста ҡатнашып, Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән.