-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ

Бөйөк мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев: «Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: үҙеңдең сығышыңды, ер-һыу атамаларын, юл күрһәтеүсе йондоҙоңдо», – тип әйтеп киләһе быуынға васыят итеп ҡалдырған.

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ
Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ

Йәш быуында ырыуы, халҡы, тыуған яғы тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, ғаилә һәм нә­ҫел-туғанлыҡ бәйләнешен ны­ғытыу, эҙләнеү эштәренә ылыҡтырыу маҡсатында Ғафури районының Юлыҡ ауылында уҡыу­сылар араһында «Минең шәжә­рәм» конкурсы уҙҙы. Ул, «Юлыҡ» территориаль йәмәғәт үҙидаралығының «Яҡташтарыбыҙ яҙмышы – илебеҙ тарихында» проектына ярашлы, Рәсәй Президентының мәҙәни башлағыс­тар фонды булышлығында үткә­релде.
Уны оҙаҡ йылдар балаларға белем биргән, ауылды үҫтереүгә төрлө яҡлап ҙур көс һалған «Юлыҡ» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Рәхимйән Шәкирйән улы Юлыҡов асып, конкурстың маҡсаты һәм шарттары менән таныштырып үтте. Мәктәп директоры Эльвера Тимерйән ҡыҙы Ғафарова нәҫелеңдең шәжәрәһен белергә кәрәклеген белдереп, уҡыусылар­ҙы ҡыйыу сығыш яһарға саҡыр­ҙы. Мәктәптең тарих уҡытыусы­һы Минзилә Нотфулла ҡыҙы шәжәрә тураһында аңлатма биреп, тарихҡа байҡау яһаны.
Конкурста уҡыусылар өс йәш төркөмө буйынса ҡатнашты. Иң әүҙемдәре булып башланғыс синыф уҡыусылары табылды. Улар ата-әсәләре, етәкселәре менән берлектә әҙерләнеп, сағыу тамаша бүләк итте. Беренсе урынды лайыҡлы рәүештә алған игеҙәктәр Ильяс һәм Илсур Кәримовтар шәжәрәләрен ағас рәүешендә эшләп, матур презентация күрһәтеп, Зәйнулла олаталарын видеояҙма аша һөйләтеп кенә ҡалманы, ә үҙҙәренә килешеп торған баш­ҡорт халыҡ кейемдәрендә дәртле баҫып, бейеп тә күрһәтте. Һабай ауылында йәшәүсе әсәһе яҡлап Хәбибуллиндарҙың тамырҙарын барлаусы – икенсе урынды алған Алтынай Фәхретдинова ла ентекле итеп әҙерләнгән. Мораҙым Ҡасҡынов менән Эльвина Юлыҡовалар ҙа фамилияларының ҡайҙан килеп сығыуҙарын төплө итеп аңлата алыуҙары менән баһалама ағзаларының күңелен яуланы. Уларға өсөнсө урын бирелде.
Урта синыфтар араһынан алтынсыла уҡыусы Әлсинә Әбделмәнованың шәжәрәһен Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаш­ҡан ата-бабалары менән бәйләп, туғанлыҡ ептәрен барлауы уңышлы килеп сыҡҡан. Ул беренсе урынға лайыҡ булды. V синыфтан икенсе урын алыу­сы Гөлнәзирә Кәримованың нә­ҫелдәрен тәрәндән өйрәнеүгә ынтылышы барлығы хупланды.
Әлбиттә, уҡыусылар ҡатнашлығында барған һәр конкурс, ярыштарға ата-әсәләр, синыф етәкселәре ҙур көс һала. Мәҫәлән, икенсенән биш уҡыусының ҡатнашыуы уларҙың етәксеһе Рәйфә Хәйрәзи ҡыҙының балалар менән берҙәм, уңышлы эшләүен күрһәтә.
Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ, тиҙәр. Бөгөн тамырҙарын тырышып барлаған йәш быуындан киләсәктә милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашына әүерелерҙәй шәхестәр үҫеп сығыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: