Бөйөк Ватан һуғышында был бәләкәй генә ауылдан 62 кеше ҡатнаша, шуларҙың 14-е – Биктимеровтар тоҡомонан. Яу яланынан 8-е әйләнеп ҡайта, улар араһында Сәлмән Ғәлиәхмәт улы Биктимеров та була.
– Атайым 1942 йылдың 3 ғинуарында һуғышҡа алына, – ти кинйә улы Харрас ағай. – Шул көндән алып яу юлдары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән бәйле. Таһир Күсимов полкында Сталинград, Курск һуғыштарында, Луганскиҙағы дошман тылы буйлап рейдта, Днепр өсөн алышта ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн уға 1944 йылда Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Бер һуғышта өлкән сержант Сәлмән Биктимеров ҡаты яралана. Герой 1944 йылдың апрелендә тыуған ауылына ҡайтып төшә. Шунда уҡ колхоз эшенә тотона, Молотов исемендәге хужалыҡта рәйес була. Ҡатыны Рауза менән өс ул һәм өс ҡыҙ үҫтерәләр.
Хәҙер геройҙың нәҫелен 16 ейән-ейәнсәр, 26 бүлә-бүләсәре дауам итә. Тик бына уларҙың береһен дә яратып һөйә, көслө ҡулдарында күтәреп йөрөтә алмай. Ул 57 йәшендә вафат була...
Сәлмән Биктимеровтың исеме республика Милли һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарындағы мемориаль таҡтаташҡа башҡа 78 Советтар Союзы Геройҙары менән бергә алтын хәрефтәр менән яҙылған. 2018 йылда Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында бюст асылған, уның исемендәге урам бар. Күмертау ҡалаһындағы 12-се мәктәпкә Герой партаһы ҡуйылған.
– Атайыма 14 августа 110 йәш тулған булыр ине, – ти Харрас Сәлмән улы. – Шул айҡанлы Шәжәрә байрамы үткәрергә булдыҡ. «Беҙ туғандар бит әле!» тип аталды ул. Бик күп кеше йыйылды.
Эйе, ҡайҙан ғына килеп етмәгәйнеләр. Мәскәүҙән, Ырымбурҙан, Өфөнән, Мәләүездән, Күмертауҙан, Салауаттан, Ермолаевтан...
– Минең Өммөгөлсөм өләсәйем дә Кинйәабыҙҙан, Сәлмән бабайҙың бер туған апаһы, – тип һөйләне Яҡшымбәттән Хәйрулла Аҡһаров, – Харрас ағайға рәхмәт инде. Туғандарҙы бергә йыйҙы.
Күптәргә оҡшаны байрам. Уны ойоштороусы Харрас ағай үҙе төҙөгән шәжәрә менән таныштырҙы. Ә Өфө районы Булгаков ауылынан уның ейәнсәре Әйшә ҡарт олатаһының тормош юлы, һуғыштағы батырлыҡтары тураһында һөйләне.
Был көндө Кинйәабыҙ шаулап-гөрләп торҙо. Килгән ҡунаҡтар өсөн һабантуй ҙа үткәрелде. Ә бүләктәрҙе Сәлмән бабайҙың ҡатыны Рауза инәй һандығында ҡалдырғайны. Еңеүселәргә шуларҙы тараттылар.
Бөтә йыйылған туғандары Харрас ағай менән ҡатыны Мөслимә еңгәйгә ҙур рәхмәт әйтеп таралышты. Улар ҡорбан салып, матур табын да әҙерләгәйне.
М. ӘБЕШЕВ.
Көйөргәҙе районы.