Бәйгенең төп шарттарының береһе шәжәрә төшөрөлгән плакаттың булыуы ине. Ыҫтамғол ауылынан Мөхәмәтовтар, Ташҡыянан Мәүлитовтар, Ахундан Фәтҡуллиндар, Уральск ҡасабаһынан Мөжәүировтар һәм Учалы ҡалаһынан Хажиевтар үҙҙәренең шәжәрә ағастарын үҙенсәлекле һүрәтләгәйне. Икенсе шарт булып байрамда балаларҙың ҡатнашыуы торҙо. Уны ла барыһы ла үтәне, етмәһә, һәр ғаиләлә балалар бик талантлы икән! Бейейҙәр, йырлайҙар, ҡурайҙа уйнайҙар... Йәнә ҡатнашыусылар өйҙә һаҡланған ғаилә ҡомартҡыһы хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Конкурста Мөжәүировтар (фотола) I урынға лайыҡ булды. Был ғаиләнән өс быуын вәкилдәре килгәйне. Ҡалған ҡатнашыусылар ҙа лайыҡлы баһаланып, грамоталар һәм бүләктәр алып ҡыуанды. Иң мөһиме, шуға инандыҡ: был ғаиләләрҙә балалар үҙенең ете быуынын белеп үҫә, киләсәктә лә туғанлыҡ ептәрен өҙмәҫтәр.
Зөләйха ВӘЛИУЛЛИНА.
Учалы ҡалаһы.