+17 °С
Облачно
VKOKМакс

Суриндар туғанлыҡ ептәрен барланы

Июль айының ҡояшлы бер көнөндә Вәзәм (Бәләкәй Арыҫланғол) ауылының Саңғарама буйы байрамса төҫ алып, халыҡтың күңелле тауыштарынан шау-гөр килеп торҙо. Олоһо ла, кесеһе лә ҙур сараға йыйылғайны. Был көндө Суриндар нәҫеленең Шәжәрә байрамы уҙҙы.

Суриндар туғанлыҡ ептәрен барланыСуриндар туғанлыҡ ептәрен барланы
Суриндар туғанлыҡ ептәрен барланы

Унда ҡайҙан ғына килеп етмәгәйнеләр! Башҡортостандың төрлө район, ҡалаларынан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Екатеринбургтан, Мәскәүҙән... Улар араһында балаларҙы ла күреп ҡыуандыҡ.
Ильяс Сурин Аҡъярҙағы 3-сө күп профилле полилингваль мәктәптең IV синыфын «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә тамамлаған. Ул байрамда сәхнә биҙәге булды. «Быуындар дауамы» бейеүен башҡар­ғас, үҙен алҡы­ш­тар­ға күмделәр.
– Мин «Хәйбулла» өлгөлө бейеү ансамбленә йөрөйөм. Етәксебеҙ – Юлдаш Хәсән улы Мортазин. Район, республика күләмендә үткәрелгән конкурс­тарҙа ҡатнашып, күп еңеүҙәр яуланыҡ, – ти Ильяс.
Һай, афарин! Ҙур сәхнәләрҙе дер һелкетерлек оҫта бейеүсе үҫеп килә!
Шәжәрә байрамында үҙебеҙҙең элекке йәш хәбәрсебеҙ Фаягөл Юнысованы (Камалова) осратып та һөйөндөк. Ул Мәскәүҙән ҡайтып төшкәйне. Эргәһендә ҡыҙы Сафия менән улы Марат та бар ине.
– Мин дә Суриндар нәҫеленән бит. Атайым яғынан Сәлимә ҡарсәйемдең атаһы Әхмәт Сурин булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Байрамға ашҡынып килеп еттем. Барыһы ла матур ойошторолған, күпте күреп, белеп өлгөрҙөм, – тип белдерҙе Мәскәү ҡунағы.
Шәжәрә байрамында билдәле балалар яҙыусыһы, драматург, тележурналист, Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Сурина менән дә осраштыҡ.
– Мин Әхмәтғәзиз Сурин тоҡомо килене булам. Бының менән ғорурланам. Улар Суранан башлап һәр ҡартатай исемен әүәлдән белде. Баҡтиһәң, тап ошо Сура-Ҡунаҡдархан түбәһе Үҫәргән ырыуының боронғо яҙма шәжәрәһен яҙған һәм һаҡлаған. Ул 1978 йылда Өфөгә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдарына тапшырылған. Ә Суриндар шәжәрәһен Әхмәтғәзиз ҡартатай һаҡлаған, – тип һөйләне ул.
Шәжәрә – ул сал тарихҡа ба­ғыр тәҙрә, ти­ҙәр бит. Ысын­лап та, Суриндар бергә йыйылып, үткәндәргә, ата-бабалар йәшәгән дәүер­ҙәргә ҡайтҡандай булды. Тамыр­ҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташ­ҡан был ырыу вәкилдәре үҙҙәренең күплеге, шәхестәре менән дан тота. Был көндө улар араларға бүленеп, сәхнәгә күтәрелде, үҙҙәре менән таныштырып, һәләттәрен күрһәттеләр, шәжәрәләре тураһында һөйләнеләр.
Сара милли уйындар, сағыу концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Һуңынан һәр бер ара үҙҙәре әҙерләгән һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәр артында аяттар тыңлап, салынған ҡорбан итенән ауыҙ итеп, туғанлыҡ ептәрен барланы.
Вәзәмдә уҙған Шәжәрә байрамы ябай ғына сара түгел, ә берҙәмлек, ата-бабаларға хөрмәт һәм быуындарҙың тере бәйләнеше өлгөһө булды. Быуындар сылбыры өҙөлмәһен, туғанлыҡ тамырҙары ҡоромаһын, һәр кем, бигерәк тә балаларыбыҙ, үҙ шәжәрәһен белһен ине.
Сура тоҡомдары был байрамдан, онотолмаҫ осрашыуҙан иҫ киткес рух күтәренкелеге, иман көсө, туғанлыҡ, берҙәмлек тойғолары алып ҡайтты. Бының өсөн барлыҡ ойоштороусыларға ҙур рәхмәт әйтке килә. Шундай оло, сауаплы эш атҡарҙы улар.
Илебеҙгә тыныслыҡ килһен, тағы ла осрашып торорға насип булһын!

М. СӘЙЕТОВ.
Хәйбулла районы.

Суриндар туғанлыҡ ептәрен барланы
Суриндар туғанлыҡ ептәрен барланы
Суриндар туғанлыҡ ептәрен барланы
Суриндар туғанлыҡ ептәрен барланы
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас