Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәребеҙ
28 Март 2025, 18:23

III «Бураҡаева уҡыуҙары»

27 март Ейәнсура районында «Бураҡаева уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Ул өсөнсө йыл тапҡыр Иҫәнғол ауылының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатында уҙғарылды.

III «Бураҡаева уҡыуҙары»
III «Бураҡаева уҡыуҙары»

Секцияларҙа тыуған яғын, ауылын, районын төрлө яҡлап үҫтереүгә күп көс һалған, әммә исемдәре яйлап онотола башлаған күренекле шәхестәрҙең исемдәрен ҡайтарыуға һәм ҡасандыр «перспективаһыҙ» мөһөрө һуғылған ауылдар яҙмышы тураһында сығыштар тыңланылды. Артабан Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның очерктары һәм мәҡәләләре буйынса китап уҡыусылар конференцияһы ойошторолдо.

Конференцияның йомғаҡлау өлөшөндә 1 февралдән 1 мартҡа тиклем ойошторолған уҡыусылар һәм уҡытыусылар бергә башҡарған уҡыу-эҙләнеү эштәренә йомғаҡ яһалды, еңеүселәр бүләкләнде. Уларға БР Мәғариф һәм фән министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгенең маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды.

Гимназистарҙың һәм гимназия коллективы әҙерләнгән сағыу номерҙар һәр кемде әсир итте.

Конференция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте  гәзиттә уҡырһығыҙ.

III «Бураҡаева уҡыуҙары»
III «Бураҡаева уҡыуҙары»
III «Бураҡаева уҡыуҙары»
III «Бураҡаева уҡыуҙары»
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас