Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәребеҙ
20 Апрель 2025, 16:28

Шағирә исемендәге китапхана

Һуңғы йылдарҙа күренекле шәхестәребеҙгә республика, халыҡ алдында башҡарған ҙур хеҙмәттәре өсөн үҙҙәре иҫән сағында оло хөрмәт күрһәтеү матур йолаға әйләнеп бара. Тәүгеләрҙән булып танылған яҙыусы, билдәле мәғариф эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева исемендәге гимназия барлыҡҡа килгәйне. Хәҙер әҙибәнең тыуған яғында – Ейәнсура районы үҙәгендәге Иҫәнғолдағы белем усағы уның исемен йөрөтә. Ошо көндәрҙә Әлшәй районының Раевка ҡасабаһындағы үҙәк китапханаға Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың исемен рәсми рәүештә биреү тантанаһы булып үтте.

Шағирә исемендәге китапхана
Шағирә исемендәге китапхана

Район етәкселәрен, Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙы, төрлө ауылдарҙан йыйылған китапханасыларҙы Әлшәй таҡмаҡтары, йыр-моң, сәксәк, ҡурай менән ҡаршы алдылар.
– Шундай күренекле яҡташыбыҙ булыуы менән беҙ ғорурланабыҙ. Әлшәй еренең танылған шәхестәре күп. Һеҙ, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы, шулар араһында иң лайыҡлыларының береһе, – тип сәләмләне үҙәк китапханалар селтәре мөдире Олеся Александровна Каратаева һәм ҡунаҡтарҙы уҡыу залына әйҙәне.
Күркәм сара Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә яҙылған «Әлшәй вальсы» йыры һәм «Башҡорт ҡыҙы» тигән шиғыры менән башланып китте.
Иҫтәлекле байрам тантанаһы менән ҡотлап, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Рәшит улы Әбелғужин шағирәнең республика тормошонда ғына түгел, ә яҡташтары ойошторған һәр сарала әүҙем ҡатнашыуы хаҡында әйтте һәм рәхмәт белдерҙе.
– Шағирәнең исемен китапханаға биреү мәсьәләһе буйынса беҙ, район башланғысын хуплап, республика етәкселегенә мөрәжәғәт иттек һәм ыңғай яуап алдыҡ, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов.
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы, һәр ваҡыттағыса, был осрашыуға ла буш ҡул менән ҡайтмағайны. Яҙыусының иң ҙур бүләге, әлбиттә, китаптар. Оҙон өҫтәл тултырып теҙеп һалынған был йыйынтыҡтар араһында балалар өсөн яҙылғандары ла, кескәйҙәр өсөн ноталары менән бирелгән йырҙар китабы ла, үҙе, ижады хаҡында мәҡәләләр баҫылған төрлө журналдар ҙа күп ине. Бындай бүләктәргә төрлө мәктәптәрҙән килгән уҡыусылар лайыҡ булды. Улар шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе. Бигерәк тә Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенән килгән бер туған Илназ һәм Фәнзил Кәримовтар, Раевкалағы 1-се лицей уҡыусылары Наҙгөл Таһирова менән Мәликә Сәфәр­ғәлиева, Сурай мәктәбенән Айлина Муллағәлиева менән Эвелина Миңлейәровалар шағирәне ҡыуандыр­ҙы.
Раевкалағы был иҫтәлекле сараға Гөлфиә Юнысованың улы, билдәле композитор, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Урал Иҙелбаев менән уның тормош иптәше, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурс­тар лауреаты, йырсы, педагог, композитор Дилара Иҙелбаева ла килгәйне. Улар Гөлфиә апай һүҙҙәренә яҙылған бер нисә йырҙы башҡарҙы. Шул йырға ҡушылып ултырған кешегә бүләк тапшырасағын да әйттеләр. Композиторҙың бүләгенә VIII синыф уҡыусыһы Фәнзил Кәримов лайыҡ булды. Урал Мирас улы ҡыйыу егеткә йыр башҡарғанда көйгә ритм биреп торған бер бәләкәй генә йомро музыка ҡоралын тапшырҙы. Уны файҙаланыуҙың бер ҡатмарлығы ла юҡ икән, көй ритмына һелкетеп кенә торорға кәрәк. Өфө ҡунаҡтары тағы икәүләп йыр башҡара башлағас, Фәнзил, оялып тормайынса, әлеге ҡоралды тотоп, эргәләренә баҫып һуҡҡылай башланы. Ҡыйыу ҙа икән үҙе, афарин! Композитор бүләге менән мәктәптәрендә лә сығыш яһар әле.
Был көндө бер кем дә буш ҡул ҡайтмағандыр. Шағирәнең һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарыусы яҡташтары, осрашыуға килгән төрлө ауыл китапханасылары ла, әҙибәнең бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашыусы синыфташтары ла, төрлө ҡыҙыҡлы һәм сетерекле һорауҙар биргән тамашасылар ҙа, Гөлфиә апайға ижады өсөн рәхмәт белдереүсе уҡытыусылар ҙа, туғандары ла – бөтәһе лә бүләкле булды.
Шундай йомарт кеше инде ул Гөлфиә Юнысова. Ижад багажы ла бик бай: шиғырҙары 25 телгә тәржемә ителгән, 41 китабы донъя күргән.
– Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының тормошо һәм ижады «иң йәш» һәм «иң беренсе» тигән сағыштырыуҙарға бай, – тине үҙенең сығышында шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина. – Ул – студент сағында ике китап сығарған иң йәш шағирә, иң йәш союз ағзаһы, иң йәш мөхәррир, иң йәш депутат... һәм башҡалар. Ошо көндәрҙә Иҙелбаевтар ғаиләһендә тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға булды: улдары, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар, блогер Артур Мирас улына Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Хәҙер ғаиләлә барыһы ла ошо ҙур наградаға лайыҡ: Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ла, ғалим һәм яҙыусы Мирас Хәмзә улы ла, улдары Артур менән Урал да. Республикалағы күренекле шәхестәрҙән ошондай ҙур бүләк бирелгән беренсе ғаилә улар. Әҙәбиәтебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ, йәмғиәтебеҙҙең ғорурлыҡтары!
Гөлфиә Юнысованың ҡаҙаныштары хаҡында һөйләй башлаһаң, гәзит бите етмәҫ. Һуңғыларының береһе – шағирәнең Өфө ҡалаһының почётлы гражданы тигән исемгә лайыҡ булыуы. Шулай уҡ уның исеме «Рәсәйҙең арҙаҡлы кешеләре» тигән энциклопедияға индерелгән.
– Әммә ниндәй генә юғары наградаларға лайыҡ булмаһын, ниндәй генә уңыштар яуланмаһын, ул беҙҙең өсөн Әлшәй еренең, Дим буйының бәләкәй генә Һарыш тигән ауылында тыуған ябай, ләкин күренекле яҡташыбыҙ булып ҡала. Шуға ла беҙ үҙен яратабыҙ һәм ихтирам итәбеҙ, – тине район мәҙәниәт бүлеге мөдире Мирғәсим Әкимбәтов сараны йомғаҡлап. Хушлашыу һүҙендә ул яҡташтары исеменән шағирәгә ижадында яңы уңыштар теләне.
Шағирә исемендәге китапханала төрлө осрашыуҙар, матур саралар киләсәктә лә гөрләп үтер. Китапты бер ни ҙә алмаштыра алмаясаҡ: әллә ниндәй «текә» телефондар ҙа, интернет та... Кешеләр барыбер ҡулға тотоп уҡыу бәхетен бер нимәгә лә алмаштырмаясаҡ. Юҡҡамы ни беҙгә быуаттар аша ташҡа яҙылған һүҙҙәр ҙә, изге Ҡөрьән китаптары ла килеп етмәгән бит.
...Өфөгә ҡайтып барғанда беҙҙе юлдағы бер күлдә ике аҡҡош оҙатып ҡалды. Хәс тә Гөлфиә Юнысованың «Аҡҡош күле» тигән шиғыры һәм йырындағы кеүек. Әйтерһең, тыуған яғының аҡҡоштары ла шағирәгә рәхмәт белдереп, хәйерле юл теләп оҙатты.

З. МӘҺӘҘИЕВА.
Әлшәй районы, Раевка ҡасабаһы.
Г. Яҡшығолова менән А. Ишемғолова фотолары.

Шағирә исемендәге китапхана
Шағирә исемендәге китапхана
Шағирә исемендәге китапхана
Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас