Таныш булығыҙ: Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге кәңәшсеһе Ришат Нурахман улы Халиҡов.
Кем һуң ул? Ҡайҙа, ниндәй ғаиләлә үҫкән? Ата-әсәһе кем булған?
1945 йылдың ноябрь айы. Тәбиғәттең һөмһөрөн ҡойоп, әле ҡарлы-боҙло ямғырын һибәләп, әле ҡапыл ҡояшын балҡытып, яуған ҡарҙы тырышып иреткән мәле. Йәш уҡытыусы, Башҡортостандың беренсе саҡырылыш депутаты Бәйнә Хәлинур ҡыҙы уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса кәңәшмәнән ҡайтып килә. Көтмәгәндә ниндәйҙер ҡурҡыныс юлбаҫарҙар килеп сығып, машинаға ата башлай. Йәш ҡатын тыуасаҡ бәпәйе өсөн хафалана. Бәхете бар икән, әлдә бер кемде лә яраламайҙар, машина ҙур тиҙлек менән имен-аман Саҡмағошҡа ҡайтып етә...
Ошо ваҡиғанан һуң теп-теүәл биш айҙан шап-шаҡтай малай яҡты донъяға килә. Ришат тип ҡушалар уға исемде.
Ришат Халиҡов 1946 йылдың 23 мартында Саҡмағошта математика уҡытыусыһы Бәйнә Хәлинур ҡыҙы менән финансист, банк идарасыһы Нурахман Хәбибрахман улы Халиҡовтар ғаиләһендә тыуа. Әсәһе 22 йәшендә генә Башҡортостандың Юғары Советы депутаты итеп һайлана, бик ғәҙел, талапсан, шул уҡ ваҡытта ярҙамсыл була. Атаһы ла – ҙур ихтирамға лайыҡ шәхес, Ришатҡа 5 йәш тулғанда уны Туймазы ҡалаһына банк етәксеһе итеп күсерәләр. Бәләкәскә йыш ҡына урамда малайҙар менән уйнағанда «Туймазыла тимер юл бар, унда бандиттар күп»,– тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Бында күсенеп килгәс, малай бер мәл ағас башына менеп ултыра ла үткән бер кешегә:«Бандит, бандит», – тип ҡысҡыра башлай. Был хәлде атаһына еткерәләр. Улын ҡаты шелтәләп, Туймазыла яҡшы кешеләрҙең дә күп йәшәүен аңлата Нурахман Халиҡов.
Бәләкәс малай атаһы янына банкка килеп йөрөгән мәлендә ат ҡараусы менән бесәнгә лә бара, атты һыу индерергә лә йөрөтә. Үҫкәс, иң башта ат ҡараусы, милиционер йәки инкассатор булырға хыяллана. Бер ваҡыт банк инкассаторы бишенсе синыфта уҡыған Ришатҡа ике йорт ҡуяны бүләк итә. Малай бик шатлана, уларға ашарға үлән ташый. Ауыл хужалығы белгесе булырға уйлап та ҡуя: китапханаларға йөрөп, йорт ҡуянын үрсетеү тураһында китаптар уҡый, өләсәһе менән йәй оҙоно уларға ҡышҡылыҡҡа үлән әҙерләй. Бер мәл ҡараһалар, ҡуяндарҙың һаны егерменән артып киткән. Уларҙы үҙенең дуҫтарына, туғандарына ихлас бүләк итә.
Ришат Туймазы мәктәптәрендә белем ала, башҡорт, татар, урыҫ, немец телдәрен яҡшы өйрәнә, киләсәктә осоусы булырға уйлай, шахмат менән ҡыҙыҡһына, спорт менән шөғөлләнә. Телде өйрәнеүгә һәр йәй өләсәһенә Рәжәп ауылына килеп, малайҙар менән көн оҙоно Сәкәшәк йылғаһында һыу инеү, балыҡ тотоу, еләк-емешкә йөрөү ҙә булышлыҡ итә.
Бик шаян була, тик барыбер яҡшы уҡый. «Беҙ урамда үҫтек, футбол, бокс, шахмат уйнарға яраттым»,– тип иҫкә ала хәҙер Ришат Нурахман улы.
Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлаған егет Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Мәскәүҙә Михаил Ломоносов университетына инә.
– Параллель рәүештә сит ил эштәре министрлығының парткомы ойошторған йәш дипломаттар мәктәбендә уҡыным. Унда төрөк теле буйынса белемемде камиллаштырҙым, шулай уҡ инглиз телен уҡытыуҙың дүртенсе курсын тамамланым. Былар барыһы ла дипломатик эш күнекмәләрен тиҙләтергә ярҙам итте,– ти Ришат Нурахман улы.
Уҡыу мәлендә телдәрҙе бик яҡшы үҙләштереүҙән тыш, дипломат кеше тышҡы ҡиәфәте менән башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмаҫҡа, итәғәтле, тәртипле, ихтирамлы булырға тейеш. Ҡайһы илдә эшләйһең, шунда йәшәгән халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли кейемдәрен, хатта аш-һыуын да белергә, шул уҡ ваҡытта үҙ илеңде, халҡыңды яратырға бурыслыһың.
28 йәшендә Төркиәгә дипломат итеп ебәрәләр. 1976 йылға тиклем шунда эшләй. Телде яҡшы белгәнгә күрә, һәр саҡ яуаплы эштәрҙе йөкмәтәләр.
ХХ быуаттың 90-сы йылдарында, сиктәр асылғас, ҡайһы бер йәш ҡыҙҙар еңел тормош эҙләп, сит илгә сығып китеп, араларында төрлө фажиғәләргә юлығыусылар ҙа булды. Беҙҙең ҡыҙҙарҙың ҡоллоҡҡа эләккән саҡтарында байтаҡтарына тыуған яҡтарына ҡайтырға ярҙам итә ул.
Консул эше бик ауыр ҙа, хәүефле лә. 1982 йылда беҙҙең Ан-24 самолётын Волга буйы немецтары, ағалы-ҡустылы Шмидтар урлап алып китә, пассажирҙарҙы яралайҙар. Ярҙам һорап авиация маршалы Бугаев шылтырата. Оператив группа менән етәкселек итеп, Ришат Нурахман улы үҙе самолёт бортына күтәрелә, бандиттар менән һөйләшеү алып бара. Һөҙөмтәлә, тиҫтәләрсә кеше ҡотҡарыла, енәйәтселәр ҡулға алына. Башҡортостан егете «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә индергән өлөшө өсөн» билдәһе менән бүләкләнә.
1975 йылдың июнендә Ришат Халиҡовты илсе Алексей Родионов саҡырып ала һәм бер юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле мәсьәләне хәл итеүен һорай. Унда СССР илселеге ҡарамағындағы хәрби атташе аппаратының техник хеҙмәткәре лә ҡатнаша. Водителебеҙҙең аңлатмаһына ярашлы, Анкаранан 28 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Эсенбога аэропортынан ҡайтҡанда машина алдына трассаға биш йәшлек бәләкәй ҡыҙ йүгереп сыға. Йөрөтөүсе тормозға баҫып өлгөрә, әммә бала барыбер бер аҙ зыян күрә – асфальтҡа ҡолай һәм теҙҙәре һыҙырыла. Был хәл совет илселегенә һәм уның хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы йүнәлтелгән баҫмаларға туҙға яҙмағанды һөйләргә сәбәп була. Йәнәһе, беҙҙең водитель баланы йәйәүлеләр тротуарында бәрҙергән.
– Трасса ҡаланан ситтә булғанлыҡтан, был хәл жандармерия яуаплылығы биләмәһенә ҡарай. Улар рәсми документта дөрөҫөн яҙмаған. Бик ентекләп тикшергәс, баланың ата-әсәһе менән һөйләшкәс, жандарм начальнигының иғтибарын баланың ҡолауы тротуарҙа түгел, ә юл трассаһында булыуына йүнәлттем. Хата бик тиҙ төҙәтелде, беҙҙең илебеҙгә ҡаршы йүнәлтелгән баҫмалар дөрөҫөн яҙырға мәжбүр булды, – ти ул.
Сит илдәрҙә эшләгәндә яҡташыбыҙ төрлө мажараларға тарый, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙең шаһиты була.
Беренсе донъя һуғышында башҡорт егете әсирлеккә эләгә һәм һуңынан Австрияға барып сыға. Унан Төркиәнең Измир ҡалаһына оҙатыла. Элекке Рәсәй кешеһе өйләнә, уларҙың ике улы тыуа. Улдарының береһе АҠШ-та белем ала һәм шул илдең гражданы булып китә. Ә икенсеһенең күңелендә атаһы үҙенең тыуған яғына – Башҡортостанға һөйөү уята. Ул улына был иҫ киткес төбәктең тәбиғәтенең гүзәллеге һәм кешеләренең ихлас, ҡунаҡсыл һәм мәрхәмәтле булыуҙары хаҡында күп һөйләй, үҙенең бик алыҫта ҡалған Тыуған иленә ҡарата хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләй. Илселектең консуллыҡ бүлегенә барған саҡта был ир осраҡлы рәүештә Ришат Нурахман улының башҡорт сығышлы булыуы тураһында белеп ҡала. Был танышыуҙан һуң Төркиә гражданы ай һайын тиерлек килеп, яҡташыбыҙ дежурҙа булған саҡта уның менән осраша. Консуллыҡҡа килеүселәрҙе күҙәтә. Шул саҡта атаһын, уның тыуған яғы кешеләрен күргәндәй була.
Ришат Халиҡов 2005 йылдан 2011 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының Пакистан Ислам Республикаһында сауҙа вәкиле булып эшләй. Был ил 23 мартта илдең милли байрамын үткәрә, Республика көнөн билдәләйҙәр. Ришат Нурахман улының да тыуған көнө тап ошо көндә икән. Пакистан вәкиле йыл һайын үҙенә саҡыра. Яҡташыбыҙҙың да, Пакистандың да тыуған көнө менән тәбрикләй. Улар ике байрамды бергә билдәләйҙәр. Дуҫлыҡ-татыулыҡты, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙа арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Һәр тарафта үҙен ихтирам итәләр, уның белемле, ғилемле, мәҙәниәтле булыуы, итәғәтлелеге һәр кемде һоҡландыра.
Ул оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры урынбаҫары булып (министрлыҡтың Мәскәүҙәге вәкиллеге етәксеһе) һәм әлеге ваҡытҡа тиклем Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллектә эшләй. Республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улын үҙенең остазы тип иҫәпләй.
Ошо вәкиллектә уҙғарылған һәр сарала әүҙем ҡатнаша, йыл һайын Башҡорт теле көнөндә диктант яҙа, башҡорт теле буйынса белемен камиллаштыра. Вәкиллектә генә түгел, Башҡортостанға бәйле ниндәй генә сара уҙғарылһа ла, оло шәхесебеҙ унда иң уртала була – балалар өсөн уҙғарылған байрамдарҙа сабыйҙар менән бергә бейей, йырлай, уларға төрлө китаптар бүләк итә. Ихласлығы, киң күңеллелеге кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырып тора, унда бер ниндәй тәкәбберлек, башҡаларға юғарынан маһайып ҡарау сифаттарын күрмәҫһең.
Ябайлыҡта – бөйөклөк, тиҙәр. Был һүҙҙәр уға ҡарата әйтелгән кеүек. Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙан күп нәмәгә өйрәнеп була. Уның ил алдындағы хеҙмәте юғары баһаланды. Күкрәген СССР, Рәсәй һәм сит илдәрҙең наградалары биҙәй. «Олимпиада-80» ойоштороу комитетының, Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығының «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә индергән өлөшө өсөн» билдәһе, Башҡортостан Республикаһының Дуҫлыҡ, Салауат Юлаев һәм Рәсәйҙең «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары менән бүләкләнгән.
Ришат Халиҡов әле лә йәнле тормош алып бара. Спорт менән шөғөлләнә, көн һайын 10 километрҙан ашыу араны йәйәү үтә, күнекмәләр яһай. «Дипломат яҙмалары» исемле китап сығара. Әйткәндәй, унан өҙөктәр «Ватандаш» һәм «Ағиҙел» журналдарында донъя күрҙе.
Белдегеҙме инде дипломат булыр өсөн үҙеңде нисек бәләкәйҙән тәрбиәләргә, әҙерләргә, уҡырға, белемле булырға кәрәклеген? Телдәр өйрәнһәгеҙ, Тыуған илебеҙҙе, халҡыбыҙы яратһағыҙ, башҡа милләт, сит ил вәкилдәрен ихтирам итһәгеҙ, һеҙҙән дә бынамын тигән илселәр, дипломаттар сығыр, тип ышанабыҙ. Ә Ришат Нурахман улына имен-аман оҙон ғүмер һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Уның менән ғорурланабыҙ!
Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
яҙыусы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.