Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәребеҙ
2 Июль 2025, 18:37

Йөрәгемдә һайрай һандуғас...

Йәйге осорҙа һәр шаршамбы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәрҙәре урамда төшкө осрашыу ойоштора. Бөгөнгөһө халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды.

Йөрәгемдә һайрай һандуғас...
Йөрәгемдә һайрай һандуғас...

Шағирҙың шиғырҙарын тыңланыҡ, уларға яҙылған йырҙар ҙа яңғыраны. Билдәле сәнғәт әһелдәре Хөрмәтулла Үтәшев, Нәркәс Сиражетдинова, Юнир Һағынбаев һәм башҡалар сығыш яһаны. Шағирҙың ҡыҙы Фәниә ханым да килгәйне. Ул ата-әсәһе хаҡында йылы итеп иҫкә төшөрҙө, күҙ йәштәрен дә тыя алманы. 

Майҙансыҡта кескәй йәрминкә эшләне, оҫталыҡ дәрестәре үтте, теләүселәр мәтрүшкәле сәй менән һыйланды. Ә Абдулхаҡ Игебаевтың китаптары айырым күргәҙмәгә ҡуйылғайны. Сара тамамланыуға ҡапыл ямғыр яуып ебәрҙе. Шағирҙың тыуған көнөндә күк тә уны иҫкә алғандай булды...

Йөрәгемдә һайрай һандуғас...
Йөрәгемдә һайрай һандуғас...
Йөрәгемдә һайрай һандуғас...
Йөрәгемдә һайрай һандуғас...
Йөрәгемдә һайрай һандуғас...
Йөрәгемдә һайрай һандуғас...
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас