Буранбай ауылының арҙаҡлы улы, ҡурайсы, Өфө ҡалаһының Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар сәнғәт мәктәбе директоры булып эшләгән, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхиәт Ғиниәт улы Ғәйетбаев тураһында булды...
Ул 1963 йылдың 5 декабрендә Буранбайҙа тыуған. Музыкаға һөйөү тыуған мөхитендә һеңеп үҫкән: Әхиәт ағайҙың атаһы скрипкала уйнаған, әсәһе башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған.
Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Баймаҡ музыка мәктәбендә уҡыта.
1997 йылдан - Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы директоры урынбаҫары, 2007 йылдан баш ҡаланың 9-сы балалар музыка мәктәбе директоры була. Уның етәкселегендә уҡыу йорто яңы һулыш ала. Әхиәт Ғәйетбаев учреждениеға Әҙеһәм Исҡужиндың исемен биреүгә өлгәшә, ә 2020 йылдан мәктәп яңы бинаға күсә. Ул эшләгән осорҙа уҡыу йортонда ҡурай, думбыра, торба, электрон музыка, эстрада вокалы синыфтары асыла.
Халҡының ысын патриоты ине ул. Ысынлап та, ауылым Буранбайым, тип янды. Ҡурайға стелла ҡуйҙы, "Һыулыүҙәк" шишмәһен кәртәләтте.
Эх, үкенесле шундай шәхестәрҙең араларҙан иртә китеүе. Йәшәргә лә, йәшәргә ине лә...
Сығанаҡ һәм фото: Буранбаевская сельская библиотека