-1 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәребеҙ
2 Март , 14:35

Шәхестәребеҙ

Бөгөн - БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, бейеүсе, ҡурайсы Ишбирҙин Әнүәр Айса улы тыуған көн.

Шәхестәребеҙ
Шәхестәребеҙ

Әнүәр Айса улы 1940 йылдың 2 мартында Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы була (1966 -1986 йылдар). 1990-2010 йылдарҙа башҡорт-төрөк лицейында, Рәми Ғарипов исемендәге  1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында, Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә эшләй.

1968 йылда София ҡалаһында уҙған Бөтә донъя студентар һәм йәштәр фестивале лауреаты, йыр һәм халыҡ бейеүеҙәре ансамблдәренең Бөтә Рәсәй смотры дипломанты була.

Фотола: Әнүәр Ишбирҙин ҡатыны Рәшиҙә Туйсина һәм улы Хәлил менән.

 Сығанаҡ һәм фото: Читающий Баймак

 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас