

Дәрткә — ҡанат, ашҡа — тат,
Һиммәт биргән Уралтау,
Йыһанда тиңе булмаҫ
Зиннәт биргән Уралтау.
Тормошта йөрәкһеҙ килеш
Йәшәп булмаған төҫлө,
Ватанына мөхәббәтһеҙ
Йәшәй ҙә алмай кеше.
Кеше бит яу өсөн түгел,
Ерҙә йәшәр өсөн тыуа.
Ә ниңә һуң һаман әле
Ғүмерҙәрҙе һуғыш быуа?
Әллә нимә булды заманға,
Күҙ алдында бик йыш үҙгәрә.
Үҙгәрә лә, әҙәм шатлыҡтарын
Йәлләмәйенсә елгә елгәрә.
Факил МЫРҘАҠАЕВ туплаған “Ынйы бөртөктәре” китабынан.
Фото: kultura-kushnarenkovo.ru