

Әйткәндәй, кисә Республика Башлығы указы менән ул гражданлыҡ бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге, ҡыйыулығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Миҙалды хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров тапшырып:
— Рөстәм — иҫ киткес батыр, көслө ихтыярлы кеше. Ул Омскиҙа казарма емерелеү ваҡытында ике аяғын да юғалта, тиҫтәләгән операция кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, ул әүҙем тормошҡа кире ҡайтырға көс таба. Оҙаҡ ваҡыт следж-хоккей менән шөғөлләнә, ә хәҙер уның мауығыуы — тауҙар. Хәтерегеҙгә төшөрәм, быйыл Рөстәм Нәбиев ҡулдары менән Эвересты яулаған тарихта беренсе кеше булды. Был иҫ киткес ҡаҙаныш! Был егет үҙенең миҫалы менән барыбыҙға ла мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡлығын иҫбатланы. Шулай уҡ ул — күп балалы атай һәм бик яҡшы кеше. Һинең менән ғорурланам, Рөстәм! Бар яҡлап һиңә уңыштар теләйем! — тине.
Журналистар менән осрашыуҙа ул үҙе өсөн мөһим булған тормош ҡиммәттәре, йәшәүҙең ҡәҙерен белеү, ҡулыңдан килмәҫтәй бер нәмәнең дә юҡлығы хаҡында ла һөйләне.
«Тауға үрләү — ул физик көс кенә түгел, ә рух ныҡлығы, рух һынауы», — ти Рөстәм.
Рөстәм Нәбиев хаҡында тулыһынса гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Фото: Альберт ЗАҺИРОВ һәм автор фотолары.