+13 °С
Облачно
VKOKМакс
Шәхестәребеҙ
1 Сентября , 08:40

Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың халыҡ шағиры, хөрмәтле авторыбыҙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбайҙың оло юбилейы - 85 йәше! Ҡәҙим Абдулғәлим улы! Һеҙҙе гәзит уҡыусылары, хеҙмәткәрҙәребеҙ исеменән ысын күңелдән оло юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлектең ныҡлыһын, ижад емештәрегеҙ менән беҙҙе ҡыуандырып тороуығыҙҙы һәм оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ!

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙим АРАЛБАЙ

Тыуған яғыма

Тыуған яғым, тим дә һиҫкәнәмен,

Һыҙғырғанда ҡыуан елдәре,

Ҡара дауыл үтһәдала ҡаплар,

Мине ялмай ялҡын телдәре.

 

Тыуған яғым, тим дә теште ҡыҫып,

Ташланамын уны һаҡлашып,

Бер тамсы һыу көтөп тилмергәндә

Йә кискәндә ташҡын яҡташым.

 

Ғәзиз төбәк, тим дә аҙарынам,

Таҙарынам ваҡлыҡ, яҙыҡтан.

Таналыҡтан әгәр ҡот алмаһам,

Яҙыр инеем йәнем яҙыҡтан.

 

Тыуған яғым,тим дә күккә бағам,

Шәфҡәт һорап ергә тәңремдән.

Ҡаҡ ҡаламда ямғыр бейегәндәй,

Ерем моңо  тулай йәнемдә.

 

«Ҡасан килдең?» — тиҙәр…

                             Ҡанаттарым

Тыуған яҡ тип көн дә ҡағына.

Килә кеше сит-ят яҡҡа ғына,

Мин бит ҡайтам тыуған яғыма.

 

Ҡанымдан да, йәнем-тәнемдән дә

Заман юшҡындарын йыуған яҡ,

Мин бит һине ҡалдырғаным да юҡ —

Йөрәгемдә йөрөй тыуған яҡ!

 

Әсәйем шишмәләре

Шишмә асырға яратты

Ғүмер буйы әсәйем.

Шишмәләреңдән, әсәйем,

Ятыу һыуҙар эсәйем!..

 

Маҡан,  Туржы буйҙарында,

Әҙел, Киндер сайында

Әллә ниңә яратты ул,

Шишмәләрҙе таҙартты ул

Брған-ҡайтҡан сағында.

 

Шишмә асырға яратты

Тынғыһыҙ йән-әсәйем…

Мөлдөрәп аҡҡан шишмәңдән

Ятып һыуҙар эсәйем…

Әсәйем!..

Фото: kulturarb.ru

Фото: Союз писателей Башкортостана 

 

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас