+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
30 Август 2019, 13:56

Ваҡыт етте

Беренсе синыфҡа барыусы ейәнсәрем Ләйсәнгә арнаным

 Атайым һәм әсәйемдең

Мин – иң өлкән балаһы.

Баҡса тамам. Ваҡыт етте

Беренсегә бараһы.

 

Эй, күңелле булыр инде

Мәктәптә белем алыу!

Китаптарымды ҡәҙерләп

Парта өҫтөнә һалыу.


Дәрестә тыңлап ултырып,

Бик күп нәмә белермен,

Тәнәфестә дуҫтар менән

Уйнап, шау-гөр килермен.


Хәрефтәрҙе тигеҙ итеп

Дәфтәремә яҙырмын.

Һорауҙарға яуаптарҙы

Уҡып-белеп табырмын.


Тырыш, уңған булығыҙ, тип

Уҡытыусым өйрәтер.

Мине ҙурлап туғандарым,

Уҡыусы, тип йөрөтөр.


Миңнира БИКӘНӘСОВА, уҡытыусы.

Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: