-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
3 Июль 2020, 12:09

Республикабыҙға сикһеҙ һөйөү хистәре

Донъяла мәңгелек нимә бар? Был һорауға яуапты «Урал батыр» эпосынан да уҡырға була: «Ул да булһа – яҡшылыҡ». Эйе, был донъяла йәшәү мәғәнәһе, йәшәү маҡсаты – ул изгелек ҡылыу.

Беҙ мәктәптә уҡыусылар менән рухи байлыҡ, ғорурлыҡ кеүек төшөнсәләр тураһында ла күп һөйләшәбеҙ һәм бөтә уйҙарыбыҙ тыуған яғыбыҙға, республикабыҙға, халҡыбыҙға барып тоташа. Һәр баланың теләге бер: илебеҙгә кәрәкле кеше булыу. Беҙ, өлкәндәр, шуны теләйбеҙ: ғүмер юлдарыбыҙ оҙон булһын, Башҡортостаныбыҙҙың имен киләсәге уны биҙәп торһон. Яҡшылыҡтар бар эшкә лә баш булыр. Ҡыҙҙар һәм малайҙар бәхетле булһын! Шиғырҙарым да – уларға минән эскерһеҙ бүләгем.

Лиза ФӘТХУЛЛИНА, уҡытыусы.
Тәтешле районы, Үрге Тәтешлеләге 1-се мәктәп.

Шатлығым

Шатланам, уйнап-көләм мин,
Алып матур бүләктәр.
Күңелемде йәмгә күмә
Китаптағы һүрәттәр.
Атай-әсәй иҫәнлеге –
Ғүмерлек ҡыуанысым.
Ҡасһа ла ҡояш болотҡа,
Һәр бер көн – йыуанысым.
Ҡоштар, ағастар, сәскәләр –
Күңелле хәбәрселер.
Яҡты донъяны һөйөүем
Шатлыҡҡа сәбәпселер.

Был – минең тыуған ерем

Леп-леп оса күбәләктәр,
Сайҡалалар сәскәләр.
Бөтәһен дә һөйөп, ҡосоп,
Саф елдәр үтәсәктәр.
Турғайҙар ҙа, ҡарғалар ҙа
Шау-гөр килеп һөйләшә.
Япраҡтарын тирбәлдереп,
Ағас-ҡыуаҡ гөрләшә.
Әйләндереп кескәй башты
Болоттар атта саба.
Бейек тауҙар – тоғро дуҫтар
Мәңгегә янда ҡала.
Тыңлап-ҡарап оҙаҡ торҙом,
Һоҡланғыс тыуған ерем!
Киңлегеңдә бер һаҡсы мин,
Тыныслап йәшә, илем.

Ҡыҙыу осор

Баҫыуҙа ҡыҙыу эш бара,
Тракторҙар ҡарҙы һөрә.
Беҙҙең бейек тауыбыҙ ҙа
Шау-шыуҙан бөгөн көлә.
Йәй буйы беҙҙе һағынып,
Яманһыулап ул ятҡан.
Һис ҡайтармай тота беҙҙе –
Кейемдәр боҙға ҡатҡан.
Ҡыш малайы, ҡар ҡыҙҙары –
Барыбыҙ ҙа теҙелдек.
Ел ҡолаҡты тартҡан була,
Эй, тиктормаҫ, безелдек.
Берҙе генә шыуабыҙ ҙа
Ҡайтабыҙ инде өйгә…
Хәҙер-хәҙер, тип әйтһәк тә,
Менәбеҙ йәнә үргә.

Мин – бәхетле бала

Атайым бар, әсәйем бар,
Мин – бик бәхетле бала.
Олатайым, өләсәй ҙә
Яратып ҡаршы ала.
Атайыма, әсәйемә
Оҙон ғүмер теләйем.
Улар өсөн «бишле» алам,
Яттан шиғыр һөйләйем.
Бөтә әсәйҙәр, атайҙар
Сәләмәт булһын ине.
Матур ғаиләләр генә
Биҙәһен Тыуған илде.

Китаптарҙы яратам

Ниндәй бүләк алайым, тип
Һорау бирә атайым.
Китап ал, тим, бик яратам,
Шиғырҙарын ятлайым.
Ҡосаҡлап ҡына йөрөтәм,
Рәсемдәрен яһайым.
Китап менән шундай рәхәт,
Бер ҙә арып тормайым.
Уҡыйым да, уҡыйым мин,
Яңылыҡтар асыла.
Китаплы баланың юлы
Насарлыҡҡа ябыла.

Ҡустым мәктәптән ҡайта

Йүгереп ҡустыбыҙ ҡайта,
Йөҙөндә – ҡояш нуры.
– Әсәкәйем, һин ҡайҙа? – тип
Бүлмәгә уҙа тура.
Ни булған, тип борсолмағыҙ,
Алып ҡайтҡан «бишле»ләр.
Улар беҙҙең өйөбөҙгә
Яңы шатлыҡ өҫтәйҙәр.

Аҡ күмәс

Әсәй аҡ күмәс бешерә,
Таралды тәмле еҫе.
Икмәкле тыуған еремдә
Бәхетле һәр бер кеше.
Бөртөгөн дә ҡәҙерләргә
Өйрәтә өләсәйем.
Икмәк барҙа – шатлыҡ бар, тип
Һөйләй миңә әсәйем.
Мейестән сыҡҡан аҡ икмәк
Балҡыта табын түрен.
Йыйылабыҙ бөтәбеҙ ҙә
Әйтергә рәхмәт һүҙен.
Рәхмәт, тибеҙ игенсегә,
Ҡояшҡа, киң ҡырҙарға.
Әсәй бешергән икмәкте
Яратам мин ашарға.

Бергә-бергә күңелле

Донъяла мин иң бәхетле –
Әсәйем көлөп тора.
Әйҙә, улым, уйнайыҡ, тип
Атайым уйын ҡора.
Өләсәйем күстәнәстәр,
Тәм-томдар алып килә.
Ә олатай әкиәтле
Матур китаптар бирә.
Һеңлем, ҡустым да бар минең,
Бергә-бергә күңелле!
Бөтә балалар ҙа Ерҙә
Булһын шулай бәхетле.
Читайте нас: