Ил һаҡсыһы булам тиҙҙән,
Ил һаҡсыһы – атайым.
Шуға ла мин үҙ еремде
Сит-ят күҙҙән һаҡлайым.
Һәр көн һайын йүгереп мин
Сыныҡтырам үҙемде.
Атай әйтә: «Һалдатҡа гел
Булыу кәрәк түҙемле».
Ил һаҡсыһы – иң шәп һөнәр,
Булайыҡ, дуҫтар, берҙәм.
Нурға сумһын Башҡортостан,
Сәскәләр үҫһен ерҙә.
Һоҡланғыс бит Уралтау ҙа,
Ул шундай ғорур, матур!
Бындай илдә үҫкәндәр ҙә
Булалыр шуға батыр.
Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.