ЙӘШӘГЕЛӘР КИЛӘ ЙЫРЛАЙ-ЙЫРЛАЙ
«Таш өйҙәргә инеп бикләнәбеҙ.»
Таш өйҙәргә инеп бикләнәбеҙ,
Күңел ҡата мәллә таш булып,
Таш юлдарҙан йөрөп арыйбыҙ ҙа,
Уйланабыҙ күҙгә йәш тулып.
Яҙмыш йөрөтәлер бәндәләрҙе,
Юҡтыр яҙмышыңдан уҙмышың,
Ғүмер ҡәҙерҙәрен һуң беләбеҙ,
Көткән кеүек алда йөҙ ҡышың.
Китәһеләр килмәй был ерҙәрҙән,
Ожмах булмаһа ла таш өйөң,
Йәшәгеләр килә йырлай-йырлай,
Юғалтмайса бары үҙ көйөң...
Йыр ул – күңел һыуһағанда,
Йыр ул – ләғнәт дошманына,
«Сит илдә солтан булғансы,