Ҡояш нуры һиндә сағыуыраҡ,
Йән бишегем – ғәзиз ауылым.
Күңелемде нурлар һәр таңыңды
Йөрәк хәтеренә һалыуым.
Йәнгә ҡеүәт бирер халҡым моңо
Сәңгелдәге һиндә ауылым.
Ҡосағыңда йәнем рухлана ла,
Күңелемдең тыма дауылы.
Осар ҡоштай ҡайтам ҡосағыңа
Ғәзиз ерем – йәнем инеше.
Күңелдәрҙе өҙә татлы һағыш,
Яҙмышымдың бүлгән өлөшө.
Йондоҙҙарҙан баҙлай сағыуыраҡ,
Юлға әйҙә йәнә ҡош юлым.
Йөрәк түрендәге маяғым һин –
Әйҙәп торор йәнде ауылым.