-18 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
1 Август 2021, 08:00

Йәйҙең иң бай айы

 

Август – йәйҙең иң бай айы,

Игендәр бешкән сағы,

Баҫыу-ҡырҙар шау-гөр килә,

Тынмаған әле салғы.
  

Августың мул емештәре:

Ҡыҙылы, ҡара, ағы,

Янып-бешкән алмалары,

Хуш еҫ тарата балы.

 

Август – йәмле йәйҙең тажы,

Байлыҡ менән тулышҡан.

Орлоҡ ята ҡара ергә,

Шатланып шул яҙмыштан.

  

Бар донъяны аңҡып тора

Иген-емеш еҫтәре,

Тәбиғәттең балҡыштары

Яҡтырталар хистәрҙе!

 

Август – йәйҙең һуңғы һырты

Һарғая бара болон,

Туйғансы килә тыңлайһы

Үләндәр, ҡоштар моңон!

 

Елдә тирбәлгән сәскәләр

Хушлашалар шикелле,

Ағастарҙа һирәк кенә

Йәйҙең һары һипкеле.

 

Йәй ҡояш һүрәнләнгән,

Йылы елдәр ҙә танһыҡ,

Күбәләктәр осмай инде,

Әллә бөткәндәр ҡасып?!

 

Урмандар ҙа уйға сумған,

Һиҙепме көҙҙөң еҫен?

Ә шулай ҙа август дәртле,

Бөтмәгән ҡөҙрәт-көсө.

 

Күлдәрҙә, зәңгәр күктәрҙә

Аҡҡоштар ҡаңғылдаша.

Әллә беҙҙең был ғүмерҙәр

Офоҡҡа яҡынлаша?!

 

Йәйҙең иң күркәм осоро,

Август ул – тыуған айым.

Августай йомарт, ихлас бит

Шуғалыр минең йәнем.

 

...Йәйҙән матурлыҡтар алдым,

Изгелек тә, ялҡын да,

Мин дә күңелем емештәрен

Бүләк итәм халҡыма!

Бүләк итәм халҡыма!

 

Радик ХӘКИМЙӘН.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в