-18 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
8 Август 2021, 09:05

Умартасы

Тимер НИӘТШИН

 

Дәү аҡланда – кескәй генә усаҡ,

Шыбырҙашҡан гүзәл ҡайындар.

Ҡатын-ҡыҙҙар, гүйә, бышылдайҙар:

«Умартасы, һиңә ҡыйындыр.
  

Сауҡалыҡта көндө төнгә ялғап

Көн итәһең күпме бер үҙең.

Күҙҙәреңә йондоҙ ғына баға,

Ауыҙыңдан сыҡмай бер һүҙең.

  

Хәҡиҡәтте тапҡан дәрүиш һымаҡ

Һәр саҡ тыныс, һәр саҡ сабырһың.

Төн ҡосағы һине йылытмаһа,

Усағыңдан йылы табырһың.

 

Һинең йән дуҫтарың – бал ҡорттары,

Эш һөйөүсән, татыу бер ғаилә...»

Киске талғын ғына ел иҫкәндә

Сәскә тажы ергә эйелә.

 

Ер әйләнә тауыш-тынһыҙ ғына,

Сәскәһенә оса бал ҡорто.

Аҡлан биҙәп баҫҡан умарталар –

Тыуған ер ырыҫы, ил ҡото.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в