-21 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
3 Ноябрь 2021, 10:14

Көҙ туйы

Миңлегөл ХИСАМОВА

 

Һары балаҫ ергә түшәлгән,

Ҡарағайҙар килгән ҡунаҡҡа.

Дәрәжәле олпат ирҙәрҙәй,

Ултырышҡан һыйлы түръяҡҡа.

 

Уҫаҡтар бит уңған еңгәләр,

Алъяпҡыстар кейеп ебәргән.

Һылыуҡайҙар ташый өлөштәр,

Йүгерешә елдәр-сибәрҙәр.

 

Йөҙ йәшергән килен-ҡайындың

Тәңкә-сулпылары сылтырай.

Мут йылмайып торған бәһлеүән –

Йәш имәндең күҙе йылтырай.

 

Туй бара бит, ысын көҙ туйы,

Шуны көткән урман йыл буйы.

Туйҙарҙан һуң килер һил тынлыҡ,

Моңда сыңлап торған юл буйы.

 

Ҡунаҡтар ҙа ҡайтыр таралып,

Ашъяулыҡтар йыйып алыныр.

Хужа ҡалыр ап-аҡ ҡышында,

Һуҡмағына көрттәр һалыныр.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в