-21 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
10 Ноябрь 2021, 11:24

Гармун моңо

Миңлегөл ХИСАМОВА

 

Гармун моңо тауыштары,

Ниңә тын ҡалдың әле?

Йөрәгемде һурып алып,

Уттарға һалдың әле.

 

Гармун моңо тауыштары,

Ниңә һыҙландың әле?

Һүнеп барған йөрәгемә

Ниңә ҡуҙ һалдың әле.

  

Гармун моңо тауыштары,

Баттым хис диңгеҙенә.

Ярһый-ярһый эй моңлана,

Уй һалыр өнһөҙөнә.

 

Гармун моңо тауыштары,

Кемде шулай һағындың?

Кемдер өсөн юғалдың да,

Минең өсөн табылдың.

 

Фото: https://rcntrb.com/ru/news/3703-stali-izvestny-imena-pobeditelej-prazdnika-garmoni-mon-a-baj-garmun-bajramy-imeni-fatykha-iksanova

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в