

Ағастарҙы бәҫ һырыған –
Хас әкиәт донъяһы.
Яндарына сығып баҫтым:
Елгә осоп ҡуймаһын!
Селтәрме ни, көмөш ҡарҙар
Уратҡан ботаҡтарын.
Гүйә, улар – Ҡыш бабайҙың
Тылсымлы ҡурсаҡтары.
Мин уларға ҡағылмайса,
Һоҡландым бары ситтән.
– Ҡыш – тәбиғәт һылыуы, – тип
Йондоҙ атылды күктән!
Зөһрә КАШАПОВА.
Фото: fotokto.ru