+30 °С
Болотло
VKOKTelegram
Шиғырҙар
13 Февраль 2022, 07:40

Йәншишмә

Әлфинур ВАХИТОВА

 

Урал күкрәгенән урғып сығып,

Урмандарҙы киҫеп үткәнһең.

Кешеләргә күпме шатлыҡ, сафлыҡ,

Көс һәм ҡөҙрәт бүләк иткәнһең.

 

«Йәншишмә»м, һин – минең «Йәншишмә»м,

Һинән башҡаларға сер сисмәм.

Һинең менән йәнәш атлағанда,

Башҡа шишмәләрҙән һыу эсмәм.

 

Яҡын дуҫ та, кәңәшсе лә беҙгә –

Нур һибеүсе изге бер йылға,

Үҙ артыңдан кескәйҙәрҙе әйҙәп,

Сығараһың яҡты, ҙур юлға.

 

Йырлай-йырлай шулай мәңге йәшә,

Ел-дауылдар һине ҡаҡмаһын,

Юлдарыңда тау-таш осрамаһын,

Упҡындарҙан Хоҙай һаҡлаһын.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас