

Ҡышҡы юлға тынғы юҡ ул,
Сөнки тормош дауам итә.
Тыныс көндә, буранда ла
Ул үҙ юлсыһын көтә.
Ҡышҡы юлда - сана эҙе,
Санала юлсы үҙе.
Эй ашыға ауылына,
Алға баҡҡан ике күҙе.
Ҡышҡы юлда туп-туп иткән
Тояҡ тауышы тынмай.
Һил тирә-яҡ, танһыҡ күреп,
Ошо тауышты тыңлай.
Зарина БАҒЫШАЕВА.