

Туған телем – башҡорт теле
Үтә лә бай тарихлы,
Ҡай саҡ тәрән уйға һала,
Бер саҡ күтәрә рухты.
Башҡортлоҡ – минең ҡанымда,
Яратамын телемде!
Хистәремде еткерергә
Әйтә алам һүҙемде!
Был һөйөүем сиктән ашһа,
Өләшәм тирә-яҡҡа.
Эргә- тирәмдә бары ла
Беләләр ошо хаҡта.
Мин генәме?! Барса ғаләм
Ғашиҡ икән телемә!
Таныш ауаз ишетәм дә,
Балаларса һөйөнәм!
Ана, түбәнән тамсылар
“Та- мам!”- тиеп тамалар,
Турғайҙар ҙа саф башҡортса
“Сыҡ, сыҡ” - тип саҡыралар.
“Килтереп бииир” – тиһә әтәс,
Тиҙ үк ем бирә һалам.
“Торррайҡ!” - тиһә торналар,
Тора һал, ятма, балам!
Сит телдәргә ныҡлы күпер
Һалынмай унан башҡа.
Юғалмаһын ғәзиз телем –
Яҙып ҡалдырам ташҡа!
Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Миәкә районы, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе.