+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
23 Февраля 2022, 05:05

Һалдат булам

 

Олатайым матрос булып,

Алыҫ диңгеҙҙә йөҙгән.

Акула менән киттарҙы

Яҡындан ғына күргән.

 

Мин дә үҫкәс һалдат булам,

Кирза итек кейермен.

Ялға ҡайтҡас ҡыҙҙар менән,

Тыпырлатып бейермен.
 

Ә атайым пограничник,

Ватан сиген һаҡлаған.

Ҡара төндә, ел-ямғырҙа

Тау-таш аша атлаған.

 


Миләүшә Ғәйфуллина.

Фотола: Бөрйән районы, Тимер ауылынан ағалы-ҡустылы Нурбулат һәм Илгизәр Дәүләтҡужиндар.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас