+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
4 Марта 2022, 08:05

Яралы ҡар

 

Тетелеп тарала төтөн –

Күк кәзәнең дебете.

Төрөпкә-мөрйә төтәтә

Тәмәкесе егетме?

 

Әскелтем ошо таныш еҫ

Һағындырып тарталыр.

Күбек ҡарҙа ҡара ҡором

Ҡусҡылланып яталыр.

 

Шаҙраланыр ҡарҙың өҫтө –

Шекәрәһе кетерҙәк.

Иртә таңдан бала-саға

Ҡар күтәртеп китерҙәр.

 

Бысҡы онтағының еҫе

Аҫылынған һауаға.

Ҡояш – тупты сойорғотҡас,

Киткән булды ауалап.

 

Яҙҙың илерткес еҫтәрен

Март килтергән, ҡарале.

Ҡарҙың ғына эсе тишек –

Уңалмаҫтай яралы...

 

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас