+29 °С
Ясно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
7 Марта 2022, 04:00

Әсәйҙәрҙең күҙҙәренә ҡояш һыйған

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

 

Әсәйҙәргә урын ҡала ситтән генә,

Ризыҡтың да ҡала аҙы, төптән генә,

Беҙ ятҡанда улар һаман аяҡ өҫтө,

Беҙ торғанда күптән табын өҫтө.

 

Балалары шатлығынан бәхетлеләр,

Кескәй генә бүләккә лә рәхмәтлеләр.

Сабыйҙарға әсә – әҙәп өлгөһө,

Ә аҙаҡ балалар – улар көҙгөһө...

 

...Әсәйҙәргә урын ҡала түрҙән генә,

Ризыҡтың да өлөштәре ҙурҙан ғына.

Улар һаман бүлеп һала балаларға,

Әҙер бәлә-ҡазаларҙан араларға.

 

Ҡараштарҙан, һулыштарҙан һиҙеп тора

Күңелдәрҙә, йөрәктәрҙә ниҙәр барын.

Үҙҙәренә бик-бик ҡыйын саҡтарҙа ла

Ишетмәҫһең әсәйҙәрҙең һис бер зарын.

 

Әсәйҙәрҙең күҙҙәренә ҡояш һыйған,

Әсәйҙәрҙең күңеленә йыһан һыйған.

Әсәйҙәрҙең ҡулдарында – Ер шарыбыҙ,

Беҙ уларға ғүмер буйы бурыслыбыҙ.

  

Фото: https://yandex.ru/images/search?t

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас