+19 °С
Дождь
VKOKTelegram
Шиғырҙар
8 Марта 2022, 09:40

Ҡотло булһын!

 

Ап-аҡ ҡарҙарға күмелеп

Ергә яңы яҙ килә.

Март байрамы менән ҡотлап,

Күктә ал ҡояш көлә.

 

Ҡотло булһын, матур булһын

Байрамы әсәйҙәрҙең.

Шатлыҡ менән балҡып торһон

Йөҙҙәре кескәйҙәрҙең.

 

Яҙ сәләме булып бағып,

Ҡояш нур һипһен ергә.

Тик ҡыуаныс-һөйөнөстәр

Юлдаш булһындар һеҙгә!

 

Һигеҙенсе март байрамы

Килтерһен ергә шатлыҡ.

Иртәләр ҙә бөгөнгөләй

Тыуһындар гелән балҡып!

Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text=8

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас