+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
9 Март 2022, 11:40

Туған халҡым

 

Ҡөрьәндән дә боронғо ул,

Боронғо ул диндән дә.

Ихтилалдарҙа имгәнгән,

Йыры менән имләнгән...

 

Әлмисаҡтан ғорур булған,

Тәкәббер түгел хәҙер.

Яҡшы-насар яғы ла бар –

Барын бирергә әҙер...

 

Теле Ҡөрьән теле кеүек,

"Һ"ылары – үҙе мисәт.

Ҡобайырҙарын йырла ла,

Эпостар илен иҫлә!

 

Рухы – Урал һырттарындай,

Ҡәлебе – аҡ даръялай.

Аҫыл булғас, ҡорт-бөжәге

Кимерергә самалай.

 

Борон-борон замандарҙан

Ҡурайлы-шәжәрәле –

Был бит минең башҡорт халҡым

Аҫаба дәрәжәле.

 

Был бит минең туған халҡым –

Хоҙайҙан насип өммәт.

Йырым менән башҡортлоҡто

Китермен уға түләп!

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас