Яҙ ҙа етте. Ҡояш нурында
Йым-йым итә көмөш тамсылар.
Шаян елдәр йылы көндәрҙе
Бер туҡтауһыҙ хәҙер яусылар.
Ҡышҡы һиллек ҡалды шашынып,
Шау-гөр килә бар тирә-яғым.
Яҙһылыуҙы тәбрик итәләр,
Ә ул атлай наҙлылыҡ яғып.
Зарина БАҒЫШАЕВА.
Фото: https://yandex.ru/images/search?text=%D0%