+11 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
15 Марта 2022, 10:10

Шиғри күстәнәс

Сафинә Хәкимова-Фәтхетдинова Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылында тыуған. Магнитогорск ҡалаһында «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмәһен етәкләй. Хаҡлы ялда. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Һеҙгә уның шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

 

Йәшенмәк

Малайҙар йәшенмәк уйнай,
Ҡалыр кәрәк өлгөрөп.
Сәғит һанап унға тиклем,
Эҙләп китте йүгереп.

– Өлгөрмәнек йәшенеп тә,
Тиҙ һанайһың бигерәк!
– Ундан артыҡ бармаҡ юҡ,
Ҡасығыҙ йәһәтерәк!

Яңы күлдәк

Әсәй күлдәк бүләк итте,
Әберкәләп тегелгән.
Итәктәре, ең остары
Нағыш һалып сигелгән.

Күлдәгемде кейеп сыҡтым,
Ҡыҙҙарға ла оҡшаны.
Кәнфит биреп, биттән үбеп,
Бөтәһе лә ҡотланы.

Мәрйәм

Көҙгө алдында Мәрйәм
Оҙон толомон тарай.
Таҫмалар ҙа ҡушып үргәс,
Килешеп тора ҡалай!

Болот

 

Бейек тауҙар артынан
Ҡалҡты болот ҡабарып.
Туҡтамыштар тапҡырында
Киткән шикелле арып.

Төшөп уйнарға уйлаймы,
Иҫәпләйме бейергә.
Көмөш тамсылар һипте ул,
Сарсаған тыуған ергә.

Хыял

 

Яҙҙар етте, һыуҙар ташты,
Йырлап йырғанаҡ аҡты.
Ә Сәғит ҡағыҙ карабын
Алыҫ юлға оҙатты.

– Сәләм әйт, үҙем барырмын,
Үҫеп, мәктәпте бөткәс.
Карапҡа әйләнеп, мине
Көт һин, йәме, бәләкәс!

Күбәләк

 

Ҡанатын елпеп көн буйы
Күбәләк осто.
Ямғыр тамсыһы тамғайны,
Япраҡҡа боҫто.

Атлы Батыр

 

Олатаһы бүләк итте,
Ейәнгә «ерән ат»ты.
– О, шәп! – тип ҡыуанды малай,
Ултырғас та оҡшатты.

Нисәнсе көн инде Батыр
Йөрөй өйҙә шатланып.
– Күрегеҙсе: «Мин – Батыр!» – тип,
Саба «һыбай атланып».

Фото:https://yandex.ru/images/search?te

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас