

Әсәйҙәрҙең аяҡ аҫты ожмах,
Онотмайыҡ әле шуны беҙ.
Әйткәндәре – яҙылмаған китап,
Күккә һалынасаҡ яҡты эҙ.
Доға уҡый, фатихаһын бирә,
Шифахана кеүек тупһаһы.
Атай – олатайҙар ҡапҡа икән,
Әсәйҙәрҙә донъя тотҡаһы.
Әсәйҙәргә күп кәрәкме –
Йылы ҡараш, етә барлығын!
Күккә аша тыпылдатып һөйһә,
Шунан башҡа бәхет бармы?!
Сафинә ХӘКИМОВА.